тимур ахмедьянов — Әгәр һин булмаһаң

Слушать тимур ахмедьянов — Әгәр һин булмаһаң

Текст тимур ахмедьянов — Әгәр һин булмаһаң

Әгәр һин булмаһаң, донъяға тыумаһаң,
Кемдер үкенер ине.
Бер кем үлмәҫ ине, ҡояш һүнмәҫ ине –
Йөрәгем һүнер ине.
Алайҙа һин ерҙә, минең менән бергә,
Мөхәббәттән иҫереп
Йөрәгебеҙ тибә, һөйөү нурын һибә,
Тимәк беҙ әле тере.

Ун туғыҙ йыл буйы хистәремде тыйып,
Эҙләнем һине, йәнем.
Ә һин үҙ илеңдә, икенсе фильмда
Эҙләгәнһеңдер мине.
Алайҙа һин ерҙә, минең менән бергә!
Мөхәббәттән иҫереп
Йөрәгебеҙ тибә, һөйөү нурын һибә,
Тимәк беҙ әле тере.

Ҡушымта:
Көнләшеүселәр – мөхәббәтһеҙҙәр
Һәм ғәйбәтселәр бик бәхетһеҙҙәр.
Төкөр уларға, ғүмер бик ҡыҫҡа,
Һин булғанда ер оҡшаш ожмахҡа.

Әгәр һин булмаһаң, донъяға тыумаһаң,
Йөрәгем һүнер ине.